🌳Башҡортостанды күрергә килеүсе туристар һаны арта
🌳Башҡортостанды күрергә килеүсе туристар һаны арта 2025 йыл һөҙөмтәләре буйынса республикаға 2,4 миллиондан ашыу сәфәр ойошторолған. Был үткән йыл менән сағыштырғанда 8,2% күберәк. Бөгөн Башҡортостан илдең туристик картаһында үҙ позицияһын нығыта: 🔹 Рәсәй төбәктәре араһында туристик ағым буйынса рейтингта 15-се урындан 13-сө урынға күтәрелде 🔹 Волга буйы федераль округының иң яҡшы өс төбәге иҫәбенә инде 🔹 Республиканың 49 туроператор 700-ҙән ашыу маршрут тәҡдим итә Ҡунаҡтарҙы беҙҙең күркәм тәбиғәт, тау маршруттары, йылға буйлап ағыу, экскурсиялар, сәнәғәт турҙары йәлеп итә. Башҡортостанға йышыраҡ Силәбе, Ырымбур һәм Свердловск өлкәләренән, шулай уҡ Татарстан Республикаһынан киләләр.