🌿Өфөлә ялдарҙа 2 тематик күсмә музей эшләй
🌿Өфөлә ялдарҙа 2 тематик күсмә музей эшләй 12 июндән 14 июнгә тиклем Аксаков исемендәге баҡсала Өфө ҡалаһы тарихы музейының ике күсмә инфотрагы эшләй — «Өфө хәрәкәттә» һәм «МХО тарихы музейы». «МХО тарихы музейы» экспозицияһы бөгөнгө геройҙарыбыҙҙың батырлыҡтарына бағышланған. Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр тураһында мәғлүмәттәр һәм мультимедиа материалдары тәҡдим ителә. «Өфө кремле. Үткәнгә VR-сәйәхәт» проекты ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Заманса технологиялар ярҙамында һәр кем боронғо Өфө кремле буйлап виртуаль сәйәхәткә сыға һәм ҡалабыҙҙың элекке йөҙөн күрә ала. 📍 Күсмә музей Сергей Аксаков исемендәге паркта урынлашҡан. 14 июнгә тиклем эшләй.