Мәжит Ғафури исемендәге академия драма театры “Федерация” фестивалендә ҡатнаша. — 19 июня 2026 г. в 12:00:07.747
Мәжит Ғафури исемендәге академия драма театры “Федерация” фестивалендә ҡатнаша. Ул театр донъяһындағы төп ваҡиғаларҙың береһе иҫәпләнә, илдең милли театрҙарын берләштерә. Коллектив “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” спектаклен тәҡдим итә. Быйыл форум Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арнала. Фестивалдә Татарстан, Мордовия, Дағстан, Ҡабарҙы-Балҡар һәм башҡа республика театрҙары ҡатнаша. Фестиваль 29 сентябрҙән 6 октябргә тиклем дауам итә.
1 191 просмотров

