27 июндә Өфөлә Йәштәр көнө билдәләнә. — 19 июня 2026 г. в 11:10:02.058
27 июндә Өфөлә Йәштәр көнө билдәләнә. Сара Ағиҙел йылғаһы ярындағы майҙанда үтә. Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров ошо турала белдерҙе. Ҡыҙ һәм егеттәр өсөн уйындар, конкурстар, махсус хәрби операция трофейҙары күргәҙмәһе ойошторола. Байрам дискотекаһы була. Унда Кравц, Марат Яруллин, Фогель һәм Бэби Ти ҡатнаша. Әйтәндәй, сентябрҙә Екатеринбургта халыҡ-ара йәштәр фестивале уҙғарыла. Унда ҡатнашыуға 190 илдән 100 мең самаһы заявка тапшырылған. Форум “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы ойошторола. Рәсәй төбәктәренән 40 мең самаһы ғариза ҡабул ителгән. Документтар һаны буйынса Мәскәү беренсе урында. Артабан Свердловск өлкәһе, Екатеринбург, Санкт-Петербург ҡалалары, Пермь крайы, Татарстан һәм Башҡортостан килә.

