"Дуҫлыҡ" үҙенең ижади тарихында йәнә бер мөһим аҙым яһаны. — 19 июня 2026 г. в 10:09:02.653
"Дуҫлыҡ" үҙенең ижади тарихында йәнә бер мөһим аҙым яһаны. Коллектив артистарын һәм уның етәксеһе Хәйҙәр Вәлиевте Рәсәйҙең Ҙур театрының Яңы сәхнәһендәге тамашаһы менән ҡотлайбыҙ. Күптәребеҙ Хәйҙәрҙе "Тамыр" студияһында йырлаған сағынан уҡ белә. Бөгөн ул – Мәскәүҙә танылған хор дирижеры, Гнесиндар исемендәге музыка академияһын тамамлаған талантлы белгес. Иң мөһиме – уның етәкселегендә урыҫ, йәһүд һәм башҡа милләт вәкилдәре башҡорт халыҡ йырҙары "Азамат"ты, "Ете ҡыҙ"ҙы яратып башҡара. Композитор Миләүшә Хәйруллинаның авторлыҡ әҫәре илдең төп театр майҙансыҡтарының береһендә тәүге тапҡыр яңғыраны. "Был ваҡиға беҙҙең коллектив өсөн ғорурлыҡ ҡына түгел, ә тырыш хеҙмәтебеҙҙең, сәнғәткә тоғролоғобоҙҙоң һәм милли йолаларҙы һаҡлауҙың юғары кимәлдә танылыуы", - ти яҡташыбыҙ Хәйҙәр. Алда ла яңы проекттар һәм ижади асыштар теләйбеҙ.

