Дәүләт Думаһында “Рәсәй Почтаһы” тураһында ҡанун ҡарала. — 19 июня 2026 г. в 07:20:00.401
Дәүләт Думаһында “Рәсәй Почтаһы” тураһында ҡанун ҡарала. Депутаттар уны яҙғы сессия тамамланғанға тиклем ҡабул итергә ниәтләй. Федераль парламент рәйесе Вячеслав Володин әйтеүенсә, “Рәсәй Почта”һы стратегик предприятиеларҙың береһе. Ул мөһим социаль бурыстар үтәй. Компанияға ярҙам итеүҙе күҙаллаған закон проекты 22 июндә тикшерелә. 23-өндә уны беренсе уҡыуҙа ҡабул итеү ҡарала. “Почта төпкөл ауылдарҙа йәшәгән кешеләрҙе дәүләт сервистары һәм тауарҙар менән тәьмин итә. 8 миллион самаһы пенсионер почта аша пенсия ала. Бөгөн почта эшендә проблемалар күп: хат ташыусылар етмәй, эш хаҡы түбән, бүлексәләр ябыла. 42 мең бүлексәнең 6 мең ярымдан ашыуы ваҡытлыса эшләмәй”, - тине парламент спикеры. Һеҙ почта менән файҙаланаһығыҙмы? Һеҙҙә почта эшләйме?

