Өфө – Минск араһын самолет тоташтыра. — 19 июня 2026 г. в 06:30:00.644
Өфө – Минск араһын самолет тоташтыра. Халыҡ-ара аэропорттан хәбәр итеүҙәренсә, тура рейстар тергеҙелә. Осоштарҙы “Белавиа” авиакомпанияһы башҡара. Самолеттар һәр шаршамбы оса. 24 июндә Белоруссияның баш ҡалаһынан беренсе борт ебәрелә. Юлға 3 сәғәт самаһы ваҡыт китә. Билет хаҡы 9 мең һумдан башлана. Программа октябргә тиклем иҫәпләнә.
1 460 просмотров

