Кропачов – Мәсәғүт – Әчит трассаһында өс кеше һәләк булған. — 19 июня 2026 г. в 05:40:33.634
Кропачов – Мәсәғүт – Әчит трассаһында өс кеше һәләк булған. “Газель” ашығыс медицина машинаһы туҡтап торған “Лада Веста” һәм “Мерседес” йөк автомобиленә килеп бәрелгән. Авария һөҙөмтәһендә, ике медицина хеҙмәткәре һәм 20 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән. Махсус транспорт водителе ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин юл ҡазаһында үлгән кешеләрҙең ғаиләһенең ҡайғыһын уртаҡлашҡан. Уларға ярҙам күрһәтеләсәге тураһында белдергән.
1 481 просмотров

