Өфөлә төҙөлөш магазиндарында канистралар бөткән — 26 июня 2026 г. в 13:58:00.768
Өфөлә төҙөлөш магазиндарында канистралар бөткән Бына "ЛеманаПро"-ла (элекке "Леруа Мерлен") хәл ошондай. Видеояҙманы ҡарағыҙ. Бензиндың алыпһатарҙар арҡаһында юҡлығына тағы кемдәр шикләнә? Һуңғы аҙналарҙа канистраларҙың хаҡы күләменә һәм эшләнгән материалына ҡарап 20–40 процентҡа артҡан. Әле ҡасан ғына 5 литрлыҡ һауытты 300 һумға алып булһа, хәҙер уның өсөн 500 һум түләргә тура килә. 20 литрлыҡ канистра хаҡы инде 4 мең һумға барып еткән. Әммә кибеттәрҙә хатта ошо хаҡҡа ла тауар юҡ. Һауытты бары тик интернетта алыпһатарҙарҙан ғына табырға мөмкин, йәнәһе... Ә был кешеләр ҡасандыр көн һайын тонналап ҡарабойҙай алған өләсәйҙәрҙән көлгән ине...

