Өфөлә «Байыҡ» балалар конкурсының Гала-концертында 550 бейеүсе сығыш яһай. — 26 июня 2026 г. в 13:19:21.698
Өфөлә «Байыҡ» балалар конкурсының Гала-концертында 550 бейеүсе сығыш яһай. Бөгөн Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге башҡорт бейеүен башҡарыусылар араһында «Байыҡ» балалар республика телевизион конкурсына йомғаҡ яһала. Быйыл ижади бәйгенең гала-концерты III Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһы барышында үтә. «Байыҡ»та Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан 550 бала, шулай уҡ Татарстан, Санкт-Петербург, Норильск, Сорғот, Красноярск ҡалаларынан килгән йәш бейеүселәр үҙ оҫталығын күрһәтә.

