Бөгөн Мәскәүҙә һабантуй үтә. — 4 июля 2026 г. в 04:15:00.729
Бөгөн Мәскәүҙә һабантуй үтә. Ул “Коломенское” музей-ҡурсаулығында ойошторола. Байрам майҙанына “Урал батыр” эпосына нигеҙләнгән “Башҡорт ихатаһы” ҡуйылған. Халыҡты дастан геройҙары ҡаршылай. Балалар өсөн уйын, конкурс, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Башҡорт телендә йәнһүрәт күрһәтелә. Ошонда уҡ милли матбуғатҡа яҙылыу ойошторола. Китап йәрминкәһендә ҡатнашырға була. Һабантуй һәм “Башҡорт ихатаһы” сәхнәһендә республика артистары сығыш яһай.
790 просмотров