Ҡыуаныслы хәбәр менән бүлешәбеҙ! — 1 октября 2026 г. в 04:02:02.057
Ҡыуаныслы хәбәр менән бүлешәбеҙ! «Юлдаш» радиоһы йәнә алдынғылар рәтендә, «Медицина һәм профсоюз» республика конкурсында еңеү яуланы. Хеҙмәттәшебеҙ Динара Сафинаның эше юғары баһаланды. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлеген яҡтыртыуға йүнәлтелгән конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Уға ярашлы аҡ халатлыларҙың эшмәкәрлеген яҡтыртҡан матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде. Конкурсҡа 40-ҡа яҡын ғариза килгән, 279 эш тәҡдим ителгән. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостандағы ойошмаһы рәйесе Рауль Халфин журналистарҙың эшен юғары баһаланы һәм хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе. Динараны ихлас күңелдән еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Яңынан-яңы ижади үрҙәр, илһам һәм уңыштар теләйбеҙ.