📝Ижадҡа бағышланған ғүмер — 30 сентября 2026 г. в 14:05:02.011
📝Ижадҡа бағышланған ғүмер Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Ҡәҙим Абдулғәлим улы Аралбаевтың 85 йәшлек юбилейына арналған тантаналы кисә үтте. Сарала әҙиптең шиғырҙары, поэмаларынан өҙөктәр яңғыраны. Уның тыуған ергә, туған телгә һәм халҡыбыҙға һөйөү менән һуғарылған әҫәрҙәре тамашасылар күңеленә үтеп инде. Алтмыш йылдан ашыу Ҡәҙим Аралбаев үҙенең ижадын, көсөн һәм һәләтен милли әҙәбиәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә бағышлай. Әҙиптең күп яҡлы ижады, арымай-талмай алып барған йәмәғәт һәм мәғрифәтселек эшмәкәрлеге башҡорт телен, халҡыбыҙҙың рухи мираҫын һаҡлауға ҙур өлөш индерә.