🥈 Беҙҙекеләр булдыра! — 20 июля 2026 г. в 08:08:01.037
🥈 Беҙҙекеләр булдыра! Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө Башҡорт лицей-интернаты уҡыусыһы Руслан Әминов Ҡытайҙа үткән IX Халыҡ-ара иҡтисад олимпиадаһында көмөш призёр булды. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрендә хәбәр итә. Быйыл бәйгелә 62 илдән уҡыусылар ҡатнашҡан. Рәсәй йыйылма командаһы составында биш уҡыусы сығыш яһаған һәм һәр береһе уңышҡа өлгәшкән: команда ике көмөш һәм өс бронза миҙал яулаған. Руслан туғыҙынсы класты тик «бишле» билдәләренә тамамлаған, илдең йыйылма командаһына ингән һәм донъя кимәлендәге юғары һөҙөмтәгә өлгәшкән. Уны әҙерләүгә остазы Руслан Ғәбдрахманов һәм «Аврора» үҙәге ҙур өлөш индергән. Тырыш яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!