‼️Асҡын районының Үршиҙе ауылында 16 йорт эргәһе биләмәһен һыу баҫҡан. — 20 июля 2026 г. в 07:03:01.635
‼️Асҡын районының Үршиҙе ауылында 16 йорт эргәһе биләмәһен һыу баҫҡан. Быға Сарс йылғаһында һыу кимәленең күтәрелеүе сәбәп булған. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, торлаҡ йорттар һыу баҫыу зонаһына эләкмәгән. 23 кеше алдан уҡ туғандарына һәм таныштарына күсеп киткән. Урында һыу кимәле даими күҙәтеү аҫтында тотола. Хәл Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы контролендә.
1 012 просмотров