Балаларым. — 20 августа 2026 г. в 06:21:01.467
Балаларым. Төн ҡараһын алһыу таңға ялғап, Таба алмай тыныр сараларын, Мин үҫтерҙем һеҙҙе, бәхет юрап, Йөрәк ярып тапҡан балаларым. Был донъялар гелән борсолдора, Уйҙарымда ауыл-ҡалалары, Ҡайҙа йөрөп, ниҙәр эшләһә лә, Тик уңышлы булһын балаларым. Ҡағылмаһын уҫал дауылдары, Урап үтһен бәлә-ҡазалары, Йөрәгемдә булыр ғүмер буйы Күҙ нурымдай күргән балаларым. Һеҙгә терәк булып йәшәр өсөн Етһен генә ине самаларым, Бар йәшәүем ерҙә – һеҙҙең өсөн, Ғәзиздәрҙән ғәзиз балаларым. Фирүзә Абдуллина.

