Бөтә донъя гуманитар ярҙам көнө. — 19 августа 2026 г. в 12:25:57.899
Бөтә донъя гуманитар ярҙам көнө. "Юлдаш" радиоһы был йүнәлештә даими эш алып бара. Махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау, яугирҙар һорауы менән мөһим ҡорамалдар оҙата. Радио коллективы "Журналист-ирекмәндәр" төркөмөн булдырҙы. Быйыл әүҙем ирекмән-журналист Лилиә Такаеваға "Халыҡ ирекмәне" миҙалы тапшырылды. Барыһы ла — яугирҙарыбыҙҙың именлеге, илебеҙ тыныслығы өсөн! Ватан һағында беҙ бергә! Яугирҙарыбыҙҙың тиҙерәк Еңеү менән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ. Артабан да берҙәм булайыҡ! #БарыһыЛаЕңеүөсөн

