👋 Стәрлетамаҡтар, беҙҙе көтәһегеҙме? — 19 августа 2026 г. в 15:22:27.828
👋 Стәрлетамаҡтар, беҙҙе көтәһегеҙме? 💚 22 август һеҙгә ҡунаҡҡа киләбеҙ. "Юлдаш" радиоһы һәм "Галактика" күңел асыу үҙәге "Беҙ бергә" музыка фестиваленә саҡыра. Дуҫтар, яратҡан алып барыусыларығыҙ һәм билдәле йырсылар менән осрашыуға рәхим итегеҙ. “Теге өсәү” проектының дәртле алып барыусылары Йәмил Ишмөхәмәтов, Филюс Ҡасимов, Айбулат Сәсәнбаев күтәренке кәйеф һәм ойоштороусыларҙан күп бүләктәр отторорға вәғәҙәләй. 🎶☀️ Йыр-моң байрамы 22 август Гагарин исемендәге паркта үтә. Тамаша 16.00 сәғәттә башлана. 6+

