Илдә мобилизация көтөлмәй. — 25 августа 2026 г. в 12:00:04.337
Илдә мобилизация көтөлмәй. Рәсәй Президенты матбуғат секретары Дмитрий Песков мобилизацияға әҙерлек бара тигән мәғлүмәттең ысынбарлыҡҡа тап килмәүе тураһында белдерҙе. “Бындай хәбәрҙәрҙе Украина властары тарата. Дошман илдәге хәлде ҡаҡшатырға тырыша”, - тине ул. Күптән түгел Именлек Советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев Рәсәйҙә мобилизация көтөлөүе хаҡындағы мәғлүмәтте дошман провокацияһы тип билдергәйне. Ул профиль ведомство һәм төбәк башлыҡтарын ялған хәбәрҙәргә иғтибарлы булырға саҡырғайны.

