🚴♀️ Өфөнән — Төньяҡ Боҙло океанға велосипедта! — 25 августа 2026 г. в 10:06:20.248
🚴♀️ Өфөнән — Төньяҡ Боҙло океанға велосипедта! Өфөнән Ксения Салазанова 48 көн эсендә велосипедта Северодвинск ҡалаһына барып еткән һәм маршрутын Төньяҡ Боҙло океан һыуында ҡойоноу менән тамамлаған 🌊 Ксения юлға 7 июлдә сыҡҡан. Юлда палаткала ҡунған, шулай уҡ таныштарында туҡталған. Сәйәхәтсе Өфөгә поезд менән Вологда аша ҡайтырға ниәтләй. Был үҙенсәлекле сәйәхәткә уны Арктиканы өйрәнгән штурман Валериан Альбановтың китабы илһамландырған. 🚵♂️Һеҙ велосипедта оҙайлы юлға сығырға батырсылыҡ итер инегеҙме?

