Бөгөн шағир Радик Хәкимйәнгә 85 йәш. — 25 августа 2026 г. в 11:20:26.872
Бөгөн шағир Радик Хәкимйәнгә 85 йәш. Радик Зәкирйән улы 1941 йылдың 25 авгусында Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылында донъяға килгән. Тыуған ауылында 1-се һанлы урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Златоуст ҡалаһында техник училищела уҡый һәм хәрби заводта эшләй. 1961–1964 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткән осорҙа ул данлыҡлы Байконурҙа тәүге космонавтарҙы йыһанға осороуҙа ҡатнаша. Армиянан ҡайтҡас, ул Башҡорт дәүләт университетын уңышлы тамамлай һәм үҙен тулыһынса ижадҡа арнай. Радик Хәкимйән «Юлдаш» радиоһында һәр саҡ көтөп алынған хөрмәтле ҡунаҡ. Уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар эфирҙа даими яңғырап тора һәм халыҡ күңелендә ҙур урын биләй. Радик Зәкирйән улын бар юлдаштарыбыҙ исеменән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ. Ижад шишмәгеҙ бер ҡасан да һайыҡмаһын. 📷 Фотоһүрәттә: Радик Хәкимйән алып барыусы Флорида Ҡорбанова менән.

