✅ Өфөнөң Яҡутов паркында экологик сара үтә. Уның барышында “Батарейкалар тапшырабыҙ!” а... — 4 сентября 2026 г. в 05:28:00.199
✅ Өфөнөң Яҡутов паркында экологик сара үтә. Уның барышында “Батарейкалар тапшырабыҙ!” акцияһы еңеүселәре бүләкләнә. Халыҡ сүп-сарҙы айырым йыйыу буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнаша ала. ✅ Өфөлә Көрәш һарайында быйыл юғары уҡыу йорттарына һәм колледждарға уҡырға ингән йәштәр өсөн ҙур сара ойошторола. Танылған шәхестәр менән аралашыу була. Шулай уҡ шоу-программа тәҡдим ителә. ✅ Стәрлетамаҡта “Сауҙагәр” фестивале башлана. Ул һөнәрселәр, кәсепселәр, артистар һәм креатив индустрия вәкилдәрен берләштерә. Быйыл фестиваль Стәрлетамаҡтың 260 йыллығына арнала.