Дмитрий Дибров Зәйнетдиндың ижадына юғары баһа бирҙе. — 3 сентября 2026 г. в 12:45:01.553
Дмитрий Дибров Зәйнетдиндың ижадына юғары баһа бирҙе. Билдәле телетапшырыуҙар алып барыусы Дмитрий Дибров үҙенең Ксения Собчакҡа биргән интервьюһында яҡташыбыҙ Заһир Зәйнетдиновтың (Zainetdin) ижады менән таныш булыуын белдерҙе. «Зәйнетдин тигән шәп музыкант бар. Ул башҡорт йырҙарын өзләү менән башҡара, заманса ритмдар ҡуллана», — тип һоҡлана Дибров. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Зәйнетдин быға тиклем Беренсе каналдағы билдәле «Антропология» программаһында ҡатнашып, бөтә илгә үҙенең һәләтен күрһәткәйне.