🛞Башҡортостандан Махсус хәрби операция биләмәһенә 118 «Урал» машинаһы ебәрелгән — 29 сентября 2026 г. в 12:51:01.529
🛞Башҡортостандан Махсус хәрби операция биләмәһенә 118 «Урал» машинаһы ебәрелгән Был хаҡта республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә вице-премьер Ирек Сәғитов хәбәр итте. Радий Хәбиров командирҙарҙың был машиналарҙы юғары баһалауын билдәләне. Йөк машиналарын Өфөләге «Сервис-Мастер» предприятиеһында камиллаштыралар. Эш барышында хәрбиҙәрҙең теләктәре иҫәпкә алына: һаҡлау саралары көсәйтелә, двигателдәр камиллаштырыла, бронялы быялалар һәм дрондарҙан һаҡлаусы өҫтәмә селтәрҙәр ҡуйыла. Махсус хәрби операция биләмәһендә машиналар шәхси составты ташыу һәм яралыларҙы эвакуациялау өсөн ҡулланыла.