📚 Башҡорт телен ни тиклем яҡшы беләһегеҙ? Үҙегеҙҙе онлайн олимпиадала һынап ҡарағыҙ! — 29 сентября 2026 г. в 10:41:01.344
📚 Башҡорт телен ни тиклем яҡшы беләһегеҙ? Үҙегеҙҙе онлайн олимпиадала һынап ҡарағыҙ! 5–7 октябрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса онлайн-олимпиада үтә. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн алдан теркәлергә кәрәк. Өс йүнәлеш буйынса ҡатнашырға була: 🔹 башҡорт телен өйрәнә башлаусыларға; 🔹 телдә иркен аралашыусыларға; 🔹 башҡорт теленең диалекттары. Һәр тестҡа 45 минут бирелә, иң юғары һөҙөмтә — 100 балл. Ҡатнашыусыларға сертификат бирелә. Әҙерләнеү өсөн тел һәм әҙәбиәт буйынса методик тәҡдимдәр менән файҙаланырға була. Ә һеҙ ҡатнашырға әҙерме? 😊