🐑Һеҙҙә кейеҙ баҫалармы? Беҙҙә кейеҙ баҫалар! — 29 сентября 2026 г. в 08:30:03.180
🐑Һеҙҙә кейеҙ баҫалармы? Беҙҙә кейеҙ баҫалар! Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылында боронғо кәсепте йәш быуынға өйрәтәләр. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ойошторған оҫталыҡ дәресендә 10-сы класс ҡыҙҙары кейеҙ баҫыу серҙәренә төшөнгән. Ауыл ағинәйе Хәсибә Ибәтуллина үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан: йөндө тигеҙ итеп һалыу, баҫыу, биҙәктәр төшөрөү алымдарын күрһәткән. Ҡыҙҙар үҙ ҡулдары менән кейеҙ баҫып ҡараған, уның көнкүрештә нисек ҡулланылыуын өйрәнгән. Бындай осрашыуҙар аша ата-бабаларыбыҙҙың мираҫы быуындан-быуынға күсә.