🌐 Бөгөн Рәсәй интернеты көнө билдәләнә. — 30 сентября 2026 г. в 13:05:40.722
🌐 Бөгөн Рәсәй интернеты көнө билдәләнә. Интернет аралашыу һәм мәғлүмәт алыу өсөн генә түгел, туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн дә ҙур мөмкинлектәр аса. Бөгөн Өфөлә «Башҡортостандың тел һәм мәҙәни мираҫы: мәғлүмәт йыйыу һәм уларҙы яһалма зиһен өлкәһендә ҡулланыу мөмкинлектәре» тигән презентация сессияһы үтә. Унда телдәр һәм мәҙәни мираҫ буйынса мәғлүмәт туплау, уларҙы цифрлаштырыу һәм яһалма зиһен технологияларын үҫтереүҙә ҡулланыу мөмкинлектәре тураһында фекер алышыу бара. Әлеге минутта коллегабыҙ, «Нейродонъя» рубрикаһы авторы Ғәзиз Әбделмәнов сығыш яһай.