Радий Хәбиров Рәсәйҙә 30 сентябрҙә билдәләнгән Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары,... — 30 сентября 2026 г. в 11:16:00.638
Радий Хәбиров Рәсәйҙә 30 сентябрҙә билдәләнгән Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре менән ҡушылыу көнө айҡанлы ҡотланы. Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, Башҡортостан шефлыҡҡа алған Красный Луч ҡалаһында 250-нән ашыу торлаҡ, социаль һәм инфраструктура объекты тәртипкә килтерелгән. Эш әле лә дауам итә. Радий Хәбиров даими гуманитар ярҙам күрһәткәндәре өсөн республика халҡына, ирекмәндәргә, эшҡыуарҙарға рәхмәт әйтте, шулай уҡ хәрби хеҙмәткәрҙәргә рәхмәтен белдерҙе.