Яҡташыбыҙ — халыҡ-ара конкурс еңеүсеһе! — 1 октября 2026 г. в 08:40:01.061
Яҡташыбыҙ — халыҡ-ара конкурс еңеүсеһе! Аҡтау ҡалаһында үткән "Каспий — дуҫлыҡ диңгеҙе" халыҡ-ара эстрада вокаль фестиваль конкурсында «Хазина» этно-төркөмө солисы Сабина Кучаева Рәсәй исеменән сығыш яһап, уңышҡа өлгәште. Ижади конкурста Ҡаҙағстан, Рәсәй, Әзербайжан, Төркмәнстан һәм Иран дәүләттәренең йырсылары үҙ оҫталығын күрһәтте. Ошо конкурста Сабина өсөнсө урын яуланы. Һәләтле яҡташыбыҙҙы еңеүе менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Артабан да ижади үрҙәр, илһам һәм яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ