Тиҙҙән Еңеү менән ҡайтырбыҙ!
Тиҙҙән Еңеү менән ҡайтырбыҙ! Алмас Хужин 2023 йылдың мартында ил һағына баҫырға ҡарар итә. Ул хатта яҡындарына ла фронтҡа китеүе тураһында хәбәр итмәй. Алғы һыҙыҡта яугир «Артист» ҡушаматын ала. Реактив артиллерия дивизионында хеҙмәт итеп, ауыр мәлдәрҙә иптәштәренә шиғырҙар уҡый, лаҡаптар һөйләй – хәрби берләшмәнең ысын рухи таянысына әүерелә. Улына “Тиҙҙән Еңеү менән ҡайтырбыҙ”, - тип хаттар яҙа. Герой 2023 йылдың 4 июлендә батырҙарса һәләк була. Рәсәй президенты Владимир Путиндың Указы буйынса ул Ҡаһарманлыҡ орденына күрһәтелә. “Ил улдары” тапшырыуы артист, һалдат һәм Геройҙың яҡты иҫтәлегенә арнала. ↩️ https://vk.ru/wall-4647320_749044 🎧Авторы - Зөһрә Арсаева 📻тауыш режиссеры - Айһылыу Маликова.