Башҡортостанда 40 яңы тәбиғәт һәйкәле дәүләт һаҡлауында була.
Башҡортостанда 40 яңы тәбиғәт һәйкәле дәүләт һаҡлауында була. Республика Башлығы Указға ҡул ҡуйҙы. 40 объектҡа "Бөрө", "Красноусол", "Ассы" минераль шишмәләре, "Яҡтыкүл", "Өргөн", "Шәмсетдин" һыу объекттары, Сусаҡтау, шулай уҡ тарихи урман биләмәләре инә. Документҡа ярашлы, бында хәҙер экологик сикләүҙәр ҡаралған. Муниципалитеттар төҙөлөш алдынан яңы тәбиғәт һәйкәлдәре сиктәрен иҫәпкә алырға бурыслы.
1 831 просмотров