26 сентябрҙә журналист Уйылдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол турниры ойошторола.
26 сентябрҙә журналист Уйылдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол турниры ойошторола. Коллегабыҙ ике йыл элек вафат булды. Уға 45 йәш ине. Спорт ярышы Уйылдандың тыуған ере Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында үтә. Уйылдан Ғәлин 1997 йылдан башлап “Башҡортостан” телерадиокомпанияһында хеҙмәт итте. “Журналистика уның тормош асылы булды. Ул һайлаған һөнәренә тоғро ҡалды, бар ғүмерен яратҡан эшенә бағышланы”, - ти Уйылдан Нурғәли улының коллегалары.
1 976 просмотров