Республика математика лицей-интернаты Башҡортостанда дөйөм белем биреү флагманы булырға...
Республика математика лицей-интернаты Башҡортостанда дөйөм белем биреү флагманы булырға тейеш. Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Математиканы яҡшы белеүсе балалар һәм уларҙың ата-әсәләре, һеҙҙең өсөн шәп яңылыҡ. 2026 йылдың 1 октябренән лицейға уҡырға инеүселәр араһында беренсе контроль эштәр һәм осрашып һөйләшеү башлана. 2027 йылдың 1 сентябренә 6 кластан алып иң аҡыллы һәм һәләтле 360 уҡыусы яңы белем усағына уҡырға килә. Математика лицей-интернаты төҙөлөшө 2025 йылда башланды. Бының өсөн 3 миллиард 700 миллион һум бүленде. Уҡыу йорто билдәле совет ғалимы Бәшир Рәмиев исемен йөрөтәсәк.