"Башҡорт бүреге менән — халыҡ-ара кимәлгә!"
"Башҡорт бүреге менән — халыҡ-ара кимәлгә!" Красноярск ҡалаһында VI Халыҡ-ара финанс хәүефһеҙлеге олимпиадаһы тамамланды. Унда Башҡортостан данын Сибай ҡалаһы гимназияһы уҡыусыһы Искәндәр Йәнтилин яҡланы һәм алтын миҙал яуланы. 17 йәшлек уҡыусы яңғыҙ зачётта ла, шулай уҡ үҙе уйлап тапҡан проект менән команда составында ла иң юғары баһа алды. Искәндәрҙең «Мутлашыусылар тоҙағы» тренажёры оло йәштәгеләрҙе һәм балаларҙы финанс енәйәттәренән һаҡлауға йүнәлтелгән. Олимпиаданың йомғаҡлау этабында Искәндәр, милли башҡорт бүреген кейеп, Башҡортостан флагы менән сығыш яһап, жюри ағзаларын һәм ҡатнашыусыларҙы таң ҡалдырҙы. Еңеүсе уҡыусыға Рәсәйҙең алдынғы уҡыу йорттарына ташламалы уҡырға инеү хоҡуғы бирелде.