МХО-ла Рәсәй Геройы исемен алған тәүге ҡатын-ҡыҙ Дәүләт Думаһында ҙур вазифа биләне.
МХО-ла Рәсәй Геройы исемен алған тәүге ҡатын-ҡыҙ Дәүләт Думаһында ҙур вазифа биләне. Людмила Болилая Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Яу яланында тиҫтәләрсә ғүмерҙе ҡотҡарып ҡалған ҡыйыу медик хәҙер халыҡ мәнфәғәтен закондар сығарыу кимәлендә яҡлай. Людмила 15 йыл ғүмерен медицинаға бағышлаған. Мәскәү янында тиҙ ярҙам фельдшеры булып эшләгән, пандемия ваҡытында COVID-19 менән көрәшкән. 2023 йылда алғы һыҙыҡта медиктар етешмәүен аңлап, үҙ теләге менән МХО-ға юлланған. Ул — Махсус хәрби операция тарихында Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған беренсе ҡатын-ҡыҙ. 22 майҙа Кремлдә Президент ҡулынан юғары бүләк — «Алтын Йондоҙ» миҙалын алды.