"Әй йола" башҡорт төркөмө "Грэмми" премияһына тәҡдим ителде
"Әй йола" башҡорт төркөмө "Грэмми" премияһына тәҡдим ителде Коллективтың дебют альбомы, шулай уҡ «Урал батыр» альбомы һәм «Айһылыу» синглы премияға тауыш биреүҙең беренсе раундында ҡатнаша. Еңгән осраҡта беҙҙең музыканттар ✔️ “Иң яҡшы глобаль музыка альбомы” һәм ✔️ "Уйын ҡоралдары һәм вокал өсөн иң яҡшы аранжировка” тигән номинацияла билдәләнә. Бынан тыш, «Әй Йола» төркөмө рус телендә Александр Пушкин шиғырына яҙылған «Адель» исемле йырын сығарҙы. Музыканттарҙың әлеге композиция менән Беренсе каналдағы «Голос поэта» федераль телевизион проекты сиктәрендә сығыш яһауы күҙаллана. Әйтеп үтергә кәрәк, йыр милли халыҡ музыка ҡоралдары оҙатыуында башҡарыла.