Башҡортостан вәкилдәре эш сәфәре менән Үзбәкстанда.
Башҡортостан вәкилдәре эш сәфәре менән Үзбәкстанда. Рәсми делегацияны Радий Хәбиров етәкләй. Республика Башлығы Сәмәрҡәнд өлкәһендә төҙөлөш материалдары сығарған завод менән танышты. Компания Lasselsberger Group халыҡ-ара холдингына инә. Бер майҙансығы Әбйәлил районында урынлашҡан. Аҡ цемент етештереү предприятиеһы 2021 йылдың 6 авгусында асылды. Сарала Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашты. “Беҙ компанияны ойоштороусы Йозеф Ласселсбергер менән Башҡортостанда төҙөлөш өсөн ҡоро ҡатнашмалар, буяуҙар һәм башҡа продукция етештергән тағы ла бер заводҡа нигеҙ һалыу тураһында һөйләшәбеҙ. Сәмәрҡәнд – Үзбәкстандың туризм ынйыһы. Өфөнән тура авиабәйләнеш булдырыу мәсьәләһе ҡарала. Халыҡ был йүнәлеш менән ҡыҙыҡһына. Башҡа өлкәләрҙә лә, айырыуса, ауыл хужалығы тармағында хеҙмәттәшлек итергә ниәтләйбеҙ”, - тине Радий Хәбиров.