Бөгөн Милли бейеү көнө.
Бөгөн Милли бейеү көнө. Был дата бөйөк хореограф Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнөнә тура килә. Был матур көн республика етәксеһе башланғысы менән булдырылды һәм милли мәҙәниәтебеҙ өсөн мөһим әһәмиәткә эйә. 💃 Иғтибарығыҙға "Берҙәмлек бейеүе". Башҡортостан Хореография сәнғәте эшмәкәрҙәре берлеге Өфөлә ҙур флешмоб ойошторҙо. Ул Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналды. Флешмобта 27 профессиональ һәм үҙешмәкәр коллективтан 500-ҙән ашыу бейеүсе ҡатнашты. Улар төрлө халыҡтарҙың милли кейемдәрендә сығыш яһаны. "Берҙәмлек бейеүе"ндә ете төрлө бейеүҙән өҙөк: башҡорт, урыҫ, татар, мари, мордва, сыуаш һәм чечен халыҡтарының дәртле хәрәкәттәре бер бөтөнгә үрелде. Халыҡтарыбыҙ дуҫ, ә илебеҙ тыныс булһын! Бер-беребеҙгә яҡшылыҡ, изгелек һәм дуҫлыҡ теләйек.