Перейти к содержимому
Максиметер

Яугирҙарға — дуҫлыҡ ярҙамы

Яугирҙарға — дуҫлыҡ ярҙамы 📻 “Юлдаш” радиоһының "Журналист-ирекмәндәр” төркөмө Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан ошондай акция иғлан итте. Уның барышында ҡала һәм райондарҙа эшләп килгән милли-мәҙәни үҙәктәр яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам туплай. Акция Рәсәйҙәге халыҡтар Берҙәмлеге йылына арнала. Тәүгеләрҙән булып беҙҙең штабҡа “Райхан” клубы, “Сәхибъямал” татар ҡатын-ҡыҙҙары ижтимағи ойошмаһы ағзалары һәм Октябрьский ҡалаһынан "Оберег" ирекмәндәр төркөмө яугирҙар өсөн кәрәк-яраҡтар тапшырҙы. Октябрьскийҙан «Оберег» төркөмө 2022 йылдан алып әүҙем эшләй. Ошо ваҡыт эсендә 24 меңдән ашыу маскировка селтәре үргән, 10 мең самаһы окоп шәме ҡойған. Төркөм лидеры Лилиә Вельбой билдәләүенсә, егеттәребеҙ өсөн кәрәк-яраҡ әҙерләүҙә бигерәк тә өлкән йәштәгеләр әүҙем ҡатнаша. "Тыл һәм фронт берҙәмлеге Еңеүгә дәртләндерә, егеттәребеҙгә көс бирә. Яугирҙар төрлө милләт егеттәре менән хеҙмәт итә. Был акция менән тыл һәм фронттың, шулай уҡ төрлө милләт кешеләренең дуҫ һәм татыу булыуын күрһәтәбеҙ", — ти ирекмән ҡыҙҙар. Берҙәмлектә — көс! Барыһы ла Еңеү өсөн! Беҙ бергә! 🙏 Әйҙәгеҙ, дуҫтар, үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек! ‼️ Гуманитар ылау “Юлдаш” радиоһында туплана. Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Мәжит Ғафури урамы, 9/1

1 828 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

5 055 подписчиков · Армия и СВО

Ещё по теме «Армия и СВО»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.