Йырҙар
Канал в MAX
Йырҙарҙың һүҙҙәре һәм көйө, караоке, йырҙарҙың минусовкаһы. Яһалма зиһен яһаған видеолар, бейеүҙәр.
Загружаем канал…
Мы используем файлы cookie для работы сайта и аналитики посещаемости. Подробнее в Политике обработки данных и Правилах.
Канал в MAX
Йырҙарҙың һүҙҙәре һәм көйө, караоке, йырҙарҙың минусовкаһы. Яһалма зиһен яһаған видеолар, бейеүҙәр.
Ял көнөндә караокеға ҡушылып йырлап алығыҙ.
❤️Һин онотма! Һин онотма, мине, бер ҙә, онотма Күңелеңдән алып ташлама. Мин бит һинең йәнәшәңдә генә Яҙмыш елдәренә ташлама. Ҡушымта. Ҡыштарымда мине онотма һин, Ҡар бөртөгө булып туңырмын Күбәләктәй осоп йөрөрмөн дә, Керпегеңә килеп ҡунырмын. Йөрәгеңдән алып ташлай күрмә, Һин онотһаң өҙөлөр, бәғерем. Моңһоу ямғыр булып илай-илай, Тәҙрәңә килеп сиртәрмен. Ҡушымта. Шул уҡ. Һин онотма! Мин бит һинең менән Яҙҙар булып инәм йәнеңә. Бер ҡасан да мине онотма һин, Мин бит бында, һинең яныңда. Ҡушымта. Шул уҡ.
Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә! 1. Тәбиғәт матур ерҙә, Йәшәүе рәхәт беҙгә. Уйнайбыҙ ҙа көләбеҙ, Яратабыҙ, һөйәбеҙ. Ҡушымта. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Гөрләшеп йәшәйек ерҙә, Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Бергә бейергә. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Гөрләшеп йәшәйек ерҙә, Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Бергә бейергә, бейергә. 2. Һин һәм мин икәү генә Яралдыҡ беҙ мәңгегә. Йыһандарҙа еләбеҙ, Йәшәү ҡәҙерен беләбеҙ Ҡушымта.
ЯРАТАҺЫМ КИЛӘ 1. Юлдарыма үҙең сыҡтың йәнем, Мин бит һине эҙләп йөрөмәнем. Күҙҙәремә минең күрендең дә, Ана тиеп әйтте йөрәгем. ҠУШЫМТА: Яратаһым килеп тора һине, Ярат һин дә, ярат тиермен. Йөрәгемә ялҡын уттар һал һин, Күҙҙәремә ҡарап һөйгәнем. 2. Теймә, теймә йөрәгемә теймә, Янһын әйҙә, янһын дөрләһен. Хистәреңә, йәнем, ҡаршы килмә, Һөйөүебеҙ һүнә күрмәһен. ҠУШЫМТА: Яратаһым килеп тора һине, Ярат һин дә, ярат тиермен. Йөрәгемә ялҡын уттар һал һин, Күҙҙәремә ҡарап һөйгәнем. 3. Һине генә янып яратамын, Көлгә ҡалмаҫ әле йөрәгем. Миңә һинең ялҡын ҡараштарың, Белһәң ине нисек кәрәген. ҠУШЫМТА: Яратаһым килеп тора һине, Ярат һин дә, ярат тиермен. Йөрәгемә ялҡын уттар һал һин, Күҙҙәремә ҡарап һөйгәнем.
Фото
Фото
«Миҙгелдәр» йырының аудиоһы менән минусы👇
Иғтибар, яңы конкурс! 🌷 «ТӘҮГЕ УҠЫТЫУСЫМ» фотолар конкурсы башлана! 📚 Уҡытыусылар көнө яҡынлаша! Был көндә күңелебеҙҙә иң яҡты бала саҡ хәтирәләре яңыра. Ә шул хәтирәләрҙең иң ҡәҙерлеләренең береһе — беҙгә тәүге хәрефтәрҙе танытҡан, уҡырға-яҙырға өйрәткән тәүге уҡытыусыбыҙ. Ул һәр ваҡыт күңелебеҙҙә айырым урын биләй. 📸 Һеҙҙең тәүге уҡытыусығыҙ менән бергә төшкән иҫтәлекле фотоғыҙ һаҡланамы? Ә бәлки, мәктәп йылдарынан класс менән төшкән фото барҙыр? 🌸 Улайһа, уны беҙгә ебәрегеҙ! «Йәшлек» гәзитенең МАКС каналында «Тәүге уҡытыусым» фотоконкурсын башлайбыҙ! Фотолар ошо һылтанма буйынса ҡабул ителә: https://max.ru/u/f9LHodD0cOL9UMkQjc4PWA7Z4N6n_NCwvS_Z4e6PWf1CHRwYlm9nPbIrGTw. 📷 Һәр бер ебәрелгән фото «Йәшлек»тең МАКС каналына ҡуйыласаҡ. 📅 Фотолар 2 октябргә тиклем ҡабул ителә. Шунан …
Читать целиком«Һеҙ һораған йыр» Бөгөн Гөлфинә Хәмитованың «Миҙгелдәр» йыры көнөгөҙҙө биҙәһен. Кәйефегеҙ һәр саҡ күтәренке, бәхетле булығыҙ, дуҫтар💕💕💕!
🎶«Гайбәт сүзләр сөйләмәгез» жырының сүзләре Һәрнәрсә үз вакытында, Бушка гомер уздырма. Кирәкмәгән сүзләр сөйләп, Юкка тузан туздырма. 🎶Кушымта. Гайбәт сүзләр сөйләмә, Юк бар гаеп эзләмә. Инде җиңелдем диеп уйлап, Дошманнарга тезләнмә. Өстен бул гайбәтләрдән, Үрнәк ал әйбәтләрдән. Үз туганнар арасында Урының булсын түрдән. 🎶Кушымта. Шул ук. Гомерләр мизгел генә, Үтеп китәр тиз генә. Тормыш дигән давылларга, Сынауларга түз генә. 🎶Кушымта. Шул ук.