26 майҙа XI кластар өсөн һуңғы ҡыңғырау шылтырай. Ошо уңайҙан «Ҡыңғыраулы мәктәп йылдар... — 25 мая 2026 г. в 16:30:18.559
26 майҙа XI кластар өсөн һуңғы ҡыңғырау шылтырай. Ошо уңайҙан «Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары» йырын тәҡдим итәбеҙ. ⚡️Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары 1. Ҡоштар ҙа бер шулай таралыша, Һау бул инде тыуған оябыҙ. Офоҡтарға ҡарап осар өсөн, Иңдәрҙә беҙ ҡанат тоябыҙ. Әйтерһең дә пар аттарҙа үтте Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары, Күңелдәрҙә ғүмерлеккә ҡалыр Ошо һуңғы моңло сыңлауы. Ҡушымта: Ҡыңғыраулы,ҡыңғыраулы Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары! 2. Алда әле заман имтиханы, Күп һынауҙар әле үтәһе. Маҡсаттарға әле ирешәһе, Хыялдарҙы ысын итәһе. Әйтерһең дә пар аттарҙа үтте Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары Күңелдәрҙә ғүмерлеккә ҡалыр Ошо һуңғы моңло сыңлауы. Ҡушымта: Ҡыңғыраулы,ҡыңғыраулы Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары! 3. Офоҡтарға беҙҙе саҡырҙың һин , Күңелдәргә бирҙең ынтылыш . Һуңғы ҡыңғырау бул һин беренсеһе, Һин ҡаршы ал беҙҙе ҙур тормош . Әйтерһең дә пар аттарҙа үтте Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары. Күңелдәрҙә ғүмерлеккә ҡалыр Ошо һуңғы моңло сыңлауы. Ҡушымта. Ҡыңғыраулы,ҡыңғыраулы Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары!ृ