🌿Мин булырмын — 24 мая 2026 г. в 03:54:15.731
🌿Мин булырмын 1. Иртән иртүк тәҙ(е)рәңә Ал ҡояштың нуры төшһә, Әкрен генә, йомшаҡ ҡына Таңдың елдәре иҫһә... Ҡушымта: Мин булырмын, мин булырмын Нур булып уйнағанда. Мин булырмын таңдарыңда, Ҡош булып һайрағанда. 2. Һинең өсөн шишмәләрҙең Уртлап алам көмөш һыуын. Һөйөүем менән баҫырмын Йөрәгемдең ярһыуын. Ҡушымта 3. Бер моң булып, тулҡын булып, Ҡағыламын йөрәгеңә. Күләгәләй һарылам да Төшәмен эҙҙәреңә... Ҡушымта ...Тик һин мине танырһыңмы Ҡош булып һайрағанда?..
3 671 просмотров