🎶Арала һин — 22 мая 2026 г. в 11:38:40.297
🎶Арала һин 1. Ышан миңә, ышан, мөхәббәтем, Алданырмын, тиеп, уйлама. Бар донъямды онотоп һөйәм һине, Ел дә үтмәҫ беҙҙең араға. Ҡушымта; Ишет минең йөрәк ауазымды, Арала һин яңғыҙ кистәрем. Йән йылыһы менән өтөрбөҙ Онотолған йәшлек хистәрен. 2. Уйлама һин, мине ташлар тиеп, Эҙләмә һин башҡа тиңдәрҙе. Тормош дауылына ҡаршы барайыҡ Бер ҡуйып иңгә-иңдәрҙе. Ҡушымта; шул уҡ. 3. Һин һынама минең мөхәббәтем, Мин бит һинең өсөн яралған. Һинһеҙ миңә йәшәү, йәшәүме ни, Дауалаусым яҙмыш ярамдан. Ҡушымта; шул уҡ.