«Зәңгәр төймә» йырының һүҙҙәре — 2 октября 2026 г. в 15:33:00.411
«Зәңгәр төймә» йырының һүҙҙәре Иҙеүеңдә зәңгәр төймә Ел тирбәтә ҡуйыныңа. Ҡуйыныңа үҙем керәм Һалҡын ел урынына. 🎶Ҡушымта. Төймә, төймә, зәңгәр төймә, Бер төймә, ике төймә. Теҙелеп киткән төймә кеүек Минән башҡаны һөймә. Иҙеүеңдә зәңгәр төймә, Төймә аса йөҙөңдө. Шат йөҙөңә йәм өҫтәне, Һөйә ҡалһаң үҙемде. 🎶Ҡушымта. Шул уҡ. Иҙеүеңдә зәңгәр төймә, Эсе-тышы аҫылташ. Мине матур тип бик маҡтанма, Беҙҙә лә бар ундай ҡаш. 🎶Ҡушымта. Шул уҡ.
208 просмотров