Сәскәләр уяныр — 16 апреля 2026 г. в 04:40:06.168
Сәскәләр уяныр 1) Яҙ көндәренә олы йәм өҫтәп, Аҡҡоштар ҡайтты һин киткән яҡтан. Сәләмдәреңде улар әйтмәйҙәр Миңә йыраҡтан, миңә йыраҡтан. 2) Һиңә тип атап сәскәләр йыйҙым, Йыйған сәскәләр шиңделәр инде. Ҡайтыр әле тип көткән өмөттәр Һүнделәр инде, һүнделәр инде. 3) Шиңгән сәскәләр ҡабат терелер Ҡайтыу хәбәре һинән килгәс тә. Һүнгән өмөттәр ҡаб(ы)ныр яңынан Һине күргәс тә, һине күргәс тә.
4 233 просмотров