Апайыма аҡ сәскәләр - Бикбулатова Гөлсөм — 10 апреля 2026 г. в 05:32:16.076
Апайыма аҡ сәскәләр - Бикбулатова Гөлсөм Туғайҙағы сәскәләрҙең Ап-аҡтарын мин һайлайым Сөнки улар күңелеңдең Сағылышы бит, апайым. Ҡушымта: Аҡ сәскәләр, аҡ сәскәләр, Төҫтәренә сафлыҡ йыйған Һинең оло йөрәгеңә Минең дә хистәрем дә һыйған. Аҡ сәскәнең таждарында Ысыҡ тамсылары уйнай. Йәш сылатҡан бит алмаңдан Бер үбәйем әле, апай. Ҡушымта: шул уҡ Аҡ сәскәләр бүләк итәм, Булһын аҡтан яҙмышҡайың. Ғүмереңдең һәр мәлендә. Бәхетле бул, апаҡайым! Ҡушымта: шул уҡ
4 239 просмотров