Әйҙәгеҙ, дуҫтар, йырлайыҡ бергә! — 5 апреля 2026 г. в 05:08:03.283
Әйҙәгеҙ, дуҫтар, йырлайыҡ бергә! Бүләк итеп сәскәләр өҙмәнем, Мин һеҙгә иң матур йыр эҙләнем Ул йырҙы таптым тыуған илемдән Моңло көй оттом турғай теленән. Әйҙәгеҙ, дуҫтар, йырлайыҡ бергә, Иң матур йырҙарҙы һайлап ҡына. Иң матур йырҙарҙы һайлап ҡына, Йәшәйек донъяла һайрап ҡына. Килдем һеҙгә Иҙел диңгеҙ кисеп Һеҙҙе һағынып ҡанатланып осоп. Ҡош ҡанаттары түгел инемдә, Йыр ҡанаттары минең күңелдә. Әйҙәгеҙ, дуҫтар, йырлайыҡ бергә, Иң матур йырҙарҙы һайлап ҡына. Иң матур йырҙарҙы һайлап ҡына, Йәшәйек донъяла һайрап ҡына. Бүләк итеп сәскәләр өҙмәнем, Мин һеҙгә иң матур йыр эҙләнем. Ул йырҙы таптым тыуған илемдән, Моңло көй оттом турғай теленән.