САМАУЫР — 28 марта 2026 г. в 04:20:12.335
САМАУЫР ( Йыр ) Эй ҡыуана еҙ самауыр Өҫтәлгә саҡырғанға . Онотолған йырын йырлай Туғандар, яҡындарға. Ҡушымта : Әйҙә , әйҙә , түрҙән уҙ ! Сынаяғың тағын һуҙ . Сәйең тәмле булһын , тиһәң Өҫтәп ебәр бары ҡуҙ . Ҡулын бөйөргә таянып , Ҡырын һалып түбәсәй . Үҙ баһаһын белеп кенә Яһап бирә ҡайнар сәй . Ҡушымта : Әйҙә , әйҙә , түрҙән уҙ ! Сынаяғың тағын һуҙ . Сәйең тәмле булһын , тиһәң Өҫтәп ебәр бары ҡуҙ . Көмөш батмуслы самауыр Килешә һәр өҫтәлгә . Йылы хистәргә сорнай ҙа , Мансый матур төҫтәргә . Ҡушымта : Әйҙә , әйҙә , түрҙән уҙ ! Сынаяғың тағын һуҙ . Сәйең тәмле булһын , тиһәң Өҫтәп ебәр бары ҡуҙ .