Ҡыштарым да уҙып бара — 26 марта 2026 г. в 04:00:07.743
Ҡыштарым да уҙып бара Ҡыштарым да уҙып бара, Тағы бер яҙым етә. Көтөүҙәрем бушҡа булғас, Ғүмерем һинһеҙ үтә. Ҡушымта Болоттар ағыр инде, Тамсылар тамыр инде. Янырға ҡалған йөрәгем, Яныр ҙа яныр инде. Һалҡын томандар һары ла, Иртәләрем талдарға. Хоҙайым түҙемлектәр бир, Яңғыҙ ҡалған йәрҙәргә. Ҡушымта Болоттар ағыр инде, Тамсылар тамыр инде. Янырға ҡалған йөрәгем, Яныр ҙа яныр инде. Һөйөнәм дә көйөнәм дә, Яҙҙарым уҙып бара. Булманың бәхет йондоҙом, Булдың ғүмерлек яра. Ҡушымта Болоттар ағыр инде, Тамсылар тамыр инде. Янырға ҡалған йөрәгем, Яныр ҙа яныр инде.