КИЛЕН ТӨШӘ. — 24 марта 2026 г. в 04:00:03.117
КИЛЕН ТӨШӘ. ТЕКСТ. 1. Аҡ күбеккә батҡан юрғалар Ҡышҡы юлдан ярһып сабалар, Саҡ-саҡ ҡына аумай ҡалалар Салыулаған саҡта саналар Арттан саба бала-сағалар. 2. Мамык юрғандарға төрөнөп Төшә икән килҽн ауылға Боронғонан ҡалған ғәҙәт ул Халыҡ сыға ҡаршы алырға Йәш кәләште күреп ҡалырға. 3. Елкендереп йәп-йәш ҡыҙҙарҙы Килен төшә бөгөн бер өйгә. Ҡайҙа ҡалды шундай сағым тип Ауыр һулап ҡуя әбейҙәр, Ауыр һулап ҡуя әбҽйҙәр 4. Күптән инде асып ҡуйғандар Килен төшкән өйҙөң ҡапҡаһын. Килен, төшкән өйҙөң ҡапҡаһын Китәргә тип, кире япмаһын, Ҡайғы ҽле килеп ҡаҡмаһын.